-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апреля 2023, 09:37

«Этно – модала!» флешмобы башланды

Өфөлә Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнөнә арналған «Этно – модала!» флешмобы башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Этно – модала!» флешмобы башланды«Этно – модала!» флешмобы башланды
«Этно – модала!» флешмобы башланды

Өфөлә Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнөнә арналған «Этно – модала!» флешмобы башланды.

– Милли колориттың матурлығын күрһәтәсәкбеҙ, этноның һәр саҡ модала икәнен иҫбатлаясаҡбыҙ. Акцияла ҡатнашыу өсөн 17 апрелдән 20-һенә тиклем милли кейем кейеп йәки биҙәүес тағып төшкән фотоңды шәхси аккаунтҡа һалырға, #ӨфөЭтноМодала хештегын ҡуйырға кәрәк, – тип хәбәр итә Өфө хакимиәте мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығының матбуғат секретары Зөлфиә Ишбирҙина.

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө рәсми рәүештә йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Быйыл был дата мосолмандарҙың Ураҙа байрамына бәйле күсерелде.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас