+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апреля 2023, 09:34

Башҡортостан йыһанға осороу өсөн ике кандидат әҙерләй

Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөнә һалынған видеороликта белдереүҙәренсә, улар — ҡыҙ һәм егет.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан йыһанға осороу өсөн ике кандидат әҙерләйБашҡортостан йыһанға осороу өсөн ике кандидат әҙерләй
Башҡортостан йыһанға осороу өсөн ике кандидат әҙерләй

Башҡортостан йыһанға осороу өсөн ике кандидат әҙерләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Республикаға идара итеү үҙәгенән Рәсәй Космонавтика федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма директоры Сергей Плюховтың һүҙҙәренә һылтанып хәбәр иттеләр.

Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөнә һалынған видеороликта белдереүҙәренсә, улар — ҡыҙ һәм егет.

«Әлегә исемдәрен әйтә алмайым, әммә уларҙы космонавтар отрядына ҡабул итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышырбыҙ. Маҡсатыбыҙ шул. Әлегә республикала «Буран» программаһы буйынса әҙерлек үткән бер генә космонавт бар, атҡаҙанған осоусы-һынаусы Урал Нәзиб улы Солтанов. Үкенескә күрә, программаны яптылар һәм ул оса алманы», — тип билдәләне Сергей Плюхов.

Уның һүҙҙәренсә, киләһе йылда республикала Байконур космодромына һәм Мәскәүҙең космонавтика музейына сәфәрҙәр тергеҙелә башлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-17/bashkiriya-gotovit-dvuh-kandidatov-dlya-otpravki-v-kosmos-3223387

Автор:
Читайте нас