+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Апреля 2023, 09:51

Дауаханалағы ковид-ауырыуҙарҙың күпселеге – өлкәндәр

Үткән тәүлектә республикабыҙҙа коронавирус 121 ауырыуҙа раҫланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дауаханалағы ковид-ауырыуҙарҙың күпселеге – өлкәндәрДауаханалағы ковид-ауырыуҙарҙың күпселеге – өлкәндәр
Дауаханалағы ковид-ауырыуҙарҙың күпселеге – өлкәндәр

Үткән тәүлектә республикабыҙҙа коронавирус 121 ауырыуҙа раҫланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Пандемия башлағандан алып вирус 362 154 яҡташыбыҙҙа асыҡланған.

“Әлеге ваҡытта стационарҙа 147 сырхау ковидҡа ҡаршы дауа ала. Уларҙың 96-һы – 60 йәште уҙған өләсәй һәм олатайҙар. Өйҙә дауаланыусылар – 2 023, 696-һы – өлкән йәштәгеләр”, – тип билдәләйҙәр министрлыҡта.

Республикабыҙҙа ковидтан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 353 945, шуларҙың 57-һе уҙған тәүлектә сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.

Вакцинациялауға килгәндә, прививканың беренсе компонентын яһатыусылар – 3 672 812, икенсе компонентын да эшләтеүселәр – 3 493 921.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас