-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Апреля 2023, 10:46

Быуаттарҙы бәйләй балаҫ ебе

Бөгөн Әлшәй ерендә шаулап-гөрләп, йыр-бейеү менән үрелеп “Быуаттарҙы бәйләүсе еп” башҡорт балаҫы фестивале уҙҙы, тип яҙып сыҡты Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Быуаттарҙы бәйләй балаҫ ебеБыуаттарҙы бәйләй балаҫ ебе
Быуаттарҙы бәйләй балаҫ ебе

Бөгөн Әлшәй ерендә шаулап-гөрләп, йыр-бейеү менән үрелеп “Быуаттарҙы бәйләүсе еп” башҡорт балаҫы фестивале уҙҙы, тип яҙып сыҡты Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

“Был матур сара тәүге тапҡыр 2010 йылда ойошторолғайны. Һәм Әлшәй иң оҫта балаҫ һуғыусыларҙың байрамы уҙғарыла торған төбәккә әйләнде, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Бөгөн беҙҙә республикабыҙҙың 22 районынан һәм ҡалаһынан балаҫ һуғыу оҫталары йыйылды. Күҙҙең яуын алып тороусы аҫалы балаҫтар элек-электән үк иң затлы келәмдәргә лә биргеһеҙ булған, бөгөн дә улар шулай булып ҡала”, – тип билдәләй Дамир Мостафин. Әлегеләй күркәм байрамдар боронғо кәсептәребеҙ киләсәктә лә юғалмаһын, күҙ ҡараһылай һаҡланһын өсөн үткәрелә лә инде!

“Быуаттарҙы бәйләүсе еп” башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы ике этапта ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ. Беренсе этап – һайлап алыу туры ҡала һәм райондарҙа 2023 йылдың ғинуарынан апреленә тиклем уҙҙы. Икенсе этап күргәҙмә-конкурс формаһында Әлшәй районының социаль-мәҙәни үҙәгендә үтте.

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әлшәй районы хакимиәте.

Видео Дамир Мостафиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Фото Республика халыҡ ижады үҙәге сайтынан.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас