+4 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Апрель 2023, 02:35

Башҡортостанда «ПРОФФЕСТ» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе үтә

Бөгөн,14 апрелдә, Башҡортостандың 13 ҡалаһында «ПРОФФЕСТ. Рәсәйҙә Эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең беренсе этабы уҙғарыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда «ПРОФФЕСТ» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе үтәБашҡортостанда «ПРОФФЕСТ» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе үтә
Башҡортостанда «ПРОФФЕСТ» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе үтә

Бөгөн,14 апрелдә, Башҡортостандың 13 ҡалаһында «ПРОФФЕСТ. Рәсәйҙә Эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең беренсе этабы уҙғарыла.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә, вакансиялар менән бер рәттән, заманса мәшғүллек хеҙмәтенең барлыҡ мөмкинлектәре күрһәтелә.

Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабы бер үк ваҡытта  Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Бөрө, Нефтекама, Күмертау, Белорет, Учалы, Сибай, Салауат, Ишембай, Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларында ойошторола. Өфөлә иһә йәрминкәне үткәреү урыны — «Торатау» конгресс-холы.

Был сарала Башҡортостандың 200-гә яҡын предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнаша.

 

Автор:
Читайте нас