-3 °С
Облачно


Өфөлә Рәсәйҙәге иң оҙон йүкә аллеяһы барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр иттеләр баш ҡала мэрияһынан.
Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Өфөлә йыл һайын ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына әҙерлек әүҙем бара.
«Ошо күләмле акция барышында, 26 апрелдә, Октябрь проспекты буйлап 13 километрға һуҙылған «Ҡалала йәшәүселәр» аллеяһы ултыртыласаҡ. 4-4,5 метр бейеклектәге йүкә үҫентеләре әҙер», – тип билдәләнеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.