

15 апрелдә Өфөлә дөйөм өмә ойошторола, тип белдерҙеләр ҡала хакимиәтендә.
Өфөләр баш ҡаланы март аҙағында уҡ тәртипкә килтерә башланы. 31 мартта һәм 7 апрелдә уҙған санитар йомаларҙа 9 меңгә яҡын предприятие, 38 мең кеше һәм 750 махсус техника ҡатнашты.
1, 2, 8 һәм 9 апрелдә ҡала һәм район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр ҡаланы сүп-сарҙан таҙартты: был эшкә 11,5 меңдән ашыу кеше һәм 491 машина йәлеп ителде.
8 апрелдән 14 майға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡалдыҡтарҙы ТКО полигонына бушлай тапшырырға мөмкин. Башҡа ойошмалар иһә 15 һәм 28 апрелдә, 13 майҙа.
«Ҡала халҡын, предприятиеларҙы, ойошмаларҙы, учреждениеларҙы өмәлә ҡатнашырға саҡырабыҙ», - тип мөрәжәғәт иттеләр өфөләргә мэрияла.