-3 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апрель 2023, 04:10

Урал аръяғына эш сәфәре

Кисә, 11 апрелдә, Республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Урал аръяғында булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урал аръяғына эш сәфәреУрал аръяғына эш сәфәре
Урал аръяғына эш сәфәре

Кисә, 11 апрелдә, Республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Урал аръяғында булды.

Ул Сибай ҡалаһында, Баймаҡ районында социаль объектар төҙөлөштәрен ҡараны, төҙөкләндереү эштәре менән танышты.

Баймаҡ районында Күлтабан ауылында мәҙәни-белем биреү үҙәгендә «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркының филиалын асыу күҙаллана.

Урындағы халыҡ менән аралашҡанда Радий Хәбиров «Патриот» паркының ауыл өсөн үҫеш нөктәһенә әүереләсәге, унда өҫтәмә эш урындары асылыуын билдәләне.

Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында 1 000 самаһы студент уҡый. Уның филиалдары Баймаҡ районының Урғаҙы ауылында, шулай уҡ Әбйәлил һәм Бөрйән райондарында эшләй. Былтыр бында республика булышлығында уҡыу корпусына һәм оҫтаханаларына капиталь ремонт үткәрелгән. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 56,5 миллион һум йүнәлтелгән. Радий Хәбиров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына уҡыу йылы башланғансы колледжының ятағын ремонтларға ҡушты.  

Ҡаланың үҙәк майҙаны "Үҙгәреш еле" проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә.  

Майҙанды яңыртыуҙың беренсе этабы былтыр тамамланған. Быйыл төҙөүселәр проекттың икенсе этабының ҙур өлөшөн үтәүгә тотона. Территорияға плитка, асфальт түшәлгән, видеокүҙәтеү һәм тышҡы яҡтыртыу, шулай уҡ мәҙәни-күмәк саралар өсөн эскәмйәләр һәм сәхнә ҡуйылған. Башҡортостан Башлығы төҙөкләндерелгән майҙанды ҡараны һәм урындағы халыҡ менән аралашты.

Шулай уҡ Республика етәкселеге сменаһына 300 кешегә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһы төҙөлөшө барышы менән танышты. Медицина учреждениеһы 2021 йылда  «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты  буйынса төҙөлә. Майҙаны 5,8 мең квадрат метрлыҡ өс ҡатлы бинала диагностика, рентгенология, стоматология, физиотерапия бүлексәләрен, хирургия һәм травматология блоктарын, ашығыс ярҙамды, көндөҙгө стационарҙы урынлаштырыу күҙаллана. Медицина учреждениеһында шулай уҡ сирлеләрҙең яҡындары өсөн уңайлы шарттар, әсә һәм бала өсөн махсус бүлмәләр булдырыласаҡ.

 

Урал аръяғына эш сәфәре
Урал аръяғына эш сәфәре
Урал аръяғына эш сәфәре
Урал аръяғына эш сәфәре
Автор:
Читайте нас