+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апреля 2023, 06:17

Сибай ковид-госпитале ҡәҙимге дауахана итеп үҙгәртелә

“Ковид-госпиталдәребеҙҙе ҡәҙимге күп профилле дауаханаларға әйләндерергә мөмкин булған ваҡыт етте. Шундайҙарҙың береһе бында, Сибайҙа, буласаҡ”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғына эш сәфәре барышында Сибайҙағы клиник-диагностика инфекция үҙәгендә туҡталған сағында. Был турала ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибай ковид-госпитале ҡәҙимге дауахана итеп үҙгәртеләСибай ковид-госпитале ҡәҙимге дауахана итеп үҙгәртелә
Сибай ковид-госпитале ҡәҙимге дауахана итеп үҙгәртелә

“Ковид-госпиталдәребеҙҙе ҡәҙимге күп профилле дауаханаларға әйләндерергә мөмкин булған ваҡыт етте. Шундайҙарҙың береһе бында, Сибайҙа, буласаҡ”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғына эш сәфәре барышында Сибайҙағы клиник-диагностика инфекция үҙәгендә туҡталған сағында. Был турала ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәш өсөн госпиталдәр төҙөй башлағанда уларҙың аҙаҡ, пандемия бөткәс, ҡәҙимге дауахана итеп файҙаланыласағын күҙҙә тотоуҙарын билдәләне.

“Госпиталдә пациенттар өсөн бына тигән шарттар булдырылған, заманса ҡорамалдар ҡуйылған, бында яҡшы табиптар эшләй”, – тине ул.

Республика етәксеһе ҡәҙимге ауырыуҙар дауаланған ҡайһы бер палаталарҙа булды, уларҙың тиҙерәк һауығыуын теләне.

Сибай госпитале асылғандан алып унда 5169 кеше дауаланып сыҡҡан.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Сибай ковид-госпитале ҡәҙимге дауахана итеп үҙгәртелә
Сибай ковид-госпитале ҡәҙимге дауахана итеп үҙгәртелә
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас