

Рәсәй Хөкүмәте «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә халыҡты бушлай уҡытыу программаһына 2,5 миллиард һум аҡса бүлде.
Был аҡса хеҙмәт баҙары өсөн кәрәкле кадрҙар әҙерләгән ойошмаларға гранттар биреү өсөн йүнәлтелә.
«Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» проектында Башҡортостанда йәшәгән 50 йәштән өлкәндәр, бәләкәй балалы ҡатындар, 35 йәшкәсә дәғүәселәрҙең айырым категориялары, шулай уҡ эшһеҙҙәр йәки эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр, Украинанан ҡасаҡтар ҡатнаша ала.
Республика халҡында педагог, веб-дизайн буйынса белгес, мәктәпкәсә белем биреү педагогы, персонал менән идара итеү буйынса белгес, бухгалтер, социаль хеҙмәткәр, педагог-дефектолог, фармацевт, ашнаҡсы, бронләү буйынса агент, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге белгес кеүек һөнәри әҙерлек йүнәлештәре ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәр 100-ҙән ашыу белем биреү программаһына иҫәп тота ала.
"Шуның билдәләп үтергә кәрәк: программа уңышлы эшләй һәм хәүеф аҫтындағылар категорияһына ҡараған граждандарға яңы һөнәр алыу ғына түгел, йыш ҡына үҙҙәренә оҡшаған эш табырға ла ярҙам итә", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова.