-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Апреля 2023, 05:47

Яҙғы баҫыу эштәре башланды

Башҡортостандың 44 районында яҙғы баҫыу эштәре башланды, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙғы баҫыу эштәре башландыЯҙғы баҫыу эштәре башланды
Яҙғы баҫыу эштәре башланды

Башҡортостандың 44 районында яҙғы баҫыу эштәре башланды, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, быйыл ҡар ғәҙәттәгенән ике аҙнаға иртәрәк иреп бөттө, дымды һаҡлау өсөн көрәш бара. Мөмкин булған урында тырматалар, ужымға һәм күп йыллыҡ үләндәргә ашлама индерәләр.

Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Мәләүез һәм Бүздәк райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсә башланылар ҙа инде.

«Аграрийҙарыбыҙ 1,6 мең гектарҙан ашыу иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәскән. Беҙгә бөтәһе 2,115 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеүҙе башҡарырға кәрәк. Мул уңыш алыуығыҙҙы теләйем», – тигән теләктәрен еткерҙе Радий Хәбиров ауыл халҡына.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы.

Автор:
Читайте нас