+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Апреля 2023, 03:10

Рәнис Хәсәнов Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Кисә үткән Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Рәнис Хәсәновтың йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәнис Хәсәнов Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләндеРәнис Хәсәнов Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде
Рәнис Хәсәнов Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Кисә үткән Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Рәнис Хәсәновтың йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр итте.

Ул балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсе буласаҡ.

Хәсәнов Рәнис Рәмил улы 1992 йылдың 11 майында Өфөлә тыуған. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда “Салют-Торг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә мерчандайзер булып башлай.

2010-2011 йылдарҙа – “Энергетик” үҙәгендә түңәрәк етәксеһе, вожатый.

2013-2018 йылдарҙа – “Башнефть-Сервис НПЗ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең линия торба үткәреүсеһе.

2019-2020 йылдарҙа – “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының “Башнефть-Өфөнефтехим” филиалында смена мастеры, линия торба үткәреүсеһе.

2020-2022 йылдарҙа – “Лукойл-Уралнефтепродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең нефть базаһы мастеры.

2022 йылда – “Росгазификация” акционерҙар йәмғиәтенең техник контроль бүлеге инженеры.

2022 йылдың декабренән – Башҡортостан Республикаһы “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе советы рәйесе.

Автор:
Читайте нас