

40 йылдан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйылышында Хәбибулла Ибраһимовтың «Еҙнәкәй» музыкаль комедияһының премьераһы була.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был инде дүртенсе сәхнә версияһы. Беренсе тапҡыр был әҫәрҙе республиканың төп театры сәхнәһендә 1946 йылда режиссер Вәли Ғәлимов ҡуйған, ә 1953 йылда музыкаль комедия өҫтөндә Арыҫлан Мөбәрәков эшләгән. Ике спектаклдә лә пьесаның авторы Хәбибулла Ибраһимов үҙе композитор булып сығыш яһаған. 1983 йылда иһә тамашасыларға Вәзих Сәйфуллиндың версияһы тәҡдим ителгән.
40 йылдан һуң башҡорт халҡының 19-сы быуаттағы йәшәү рәүешен сағылдырған шәп, юмор менән һуғарылған әҫәр Башҡорт драма театрының өс быуын актерҙарын бер сәхнәгә йыя.
–«Еҙнәкәй» – беренсе башҡорт комедиографы Хәбибулла Ибраһимовтың классик комедияһы. Спектакль күптән инде театрыбыҙҙың «алтын фонды»на ингән. Тап шуға ла беҙ йәнә ошо әҫәргә мөрәжәғәт итеп, уға яңы һулыш өҫтәргә булдыҡ. Беҙ ижади төркөм, актерҙар менән шул осорҙа халыҡтың нисек йәшәгәнен аңлар өсөн бик күп әҫәрҙәр, фильмдар ҡараныҡ, тулыһынса ошо дәүергә сумырға тырыштыҡ. Музыкаль комедияла тамашасының күңеленә хуш килерлек ҡыҙыҡлы сюжет, көлкөлө хәлдәр, диалогтар һәм күңелле музыка бар, – тине спектаклдең режиссеры, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Спектаклдең премьераһы 20 апрелдә була.
Яңы спектакль өҫтөндә ҡуйыусы рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор Ринат Өмөтҡужин, хореограф Ольга Даукаева, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Сәйәхов эшләй. Спектаклдә танылған актерҙар ҙа, Башҡорт драма театрының талантлы йәштәре лә ҡатнаша.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото: М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының матбуғат хеҙмәте.