+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Апреля 2023, 09:02

Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала донъяға килгән

Дәүләкән районында йәшәүсе Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала тыуған. Бәхетле әсә – 39 йәшлек Гөлназ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала донъяға килгәнҠорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала донъяға килгән
Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала донъяға килгән

Дәүләкән районында йәшәүсе Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала тыуған. Бәхетле әсә – 39 йәшлек Гөлназ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлаша.

«Быйыл изге Рамаҙан айының тәүге көнөндә – 23 мартта ҡыҙыбыҙ Ынйы тыуҙы. Һау-сәләмәт, бәхетле бул, ҡыҙым! Һәр саҡ терәк булыусы яратҡан иремә һәм ғаиләмә рәхмәт! Мин һеҙҙе ныҡ яратам!!!» – тип яҙа ул. Гөлназ Республика перинаталь үҙәге һәм Дәүләкән район дауаханаһы табиптарына ла ҙур рәхмәт белдерә.

Әйткәндәй, Ынйы – Ҡорманаевтарҙың татыу ғаиләһендә алтынсы ҡыҙ. Быға тиклем «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡ булған Гөлназ менән Айнур 5 малай, 5 ҡыҙ тәрбиәләй ине.

Сығанаҡ: «Башинформ». 

Автор:
Читайте нас