-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Апреля 2023, 09:35

Өфөгә дүрт палубалы «Мостай Кәрим» теплоходы килә

Мостай Кәрим исемендәге фонд сайтында хәбәр ителеүенсә, был мөһим ваҡиға өсөн махсус рәүештә бортта туристарҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыусы тематик программа әҙерләнә. Пассажирҙарҙы мауыҡтырғыс экскурсиялар һәм башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» әҫәре буйынса фильмдың премьераһы көтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөгә дүрт палубалы «Мостай Кәрим» теплоходы киләӨфөгә дүрт палубалы «Мостай Кәрим» теплоходы килә
Өфөгә дүрт палубалы «Мостай Кәрим» теплоходы килә

Мостай Кәрим исемендәге фонд сайтында хәбәр ителеүенсә, был мөһим ваҡиға өсөн махсус рәүештә бортта туристарҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыусы тематик программа әҙерләнә. Пассажирҙарҙы мауыҡтырғыс экскурсиялар һәм башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» әҫәре буйынса фильмдың премьераһы көтә.

«Мостай Кәрим» теплоходының Башҡортостанға тәүге круизы 28 апрелдән 8 майға тиклем дауам итәсәк. Рейс Түбәнге Новгородта башлана һәм шунда тамамлана. Өфөлә «Мостай Кәрим» теплоходы ике көн (2-3 май) торасаҡ, был ваҡыт эсендә туристар Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡындан таныша аласаҡ.

Белешмә

«Мостай Кәрим» теплоходы 2019 йылдың 11 сентябрендә һыуға төшөрөлдө. Юғары технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған уңайлы дүрт палубалы лайнер «йылға-диңгеҙ» класына ҡарай. Теплоход 309 пассажир өсөн иҫәпләнгән. «Мостай Кәрим» тиҙлеген сәғәтенә 22,5 саҡрымға тиклем арттыра ала.

Фото:сайт mustai.ru

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас