+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Апреля 2023, 11:44

Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре 500 мең һумлыҡ грант алырға мөмкин

Республикала иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре 500 мең һумлыҡ грант алырға мөмкинБалалар баҡсаһы тәрбиәселәре 500 мең һумлыҡ грант алырға мөмкин
Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре 500 мең һумлыҡ грант алырға мөмкин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғарыға ос!» бишенсе мәғариф форумының пленар ултырышында Стәрлетамаҡтың 69-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Наталья Гулёнинаның тәҡдиме менән ризалашты һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары өсөн йыл да 500 мең һумлыҡ 50 грант булдырырға тәҡдим итте.

«Республика хөкүмәтенә ошо мәсьәләне өйрәнеү бурысын йөкмәтәм. Беҙҙә балалар баҡсаһында тәрбиәселәр күп, уларға ярҙам итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Мәғлүм булыуынса, «Юғарыға ос!» форумында мәктәпкәсә белем биреү педагогтарының беренсе форумын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында билдәләнгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-07/v-bashkirii-dlya-luchshih-vospitateley-detsadov-uchredyat-granty-po-500-tysyach-rubley-3210502

Автор:
Читайте нас