+1 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
6 Апрель 2023, 05:24

"Ярһып килгән яҙҙар"ға сорналып...

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала бик күп танылған йырҙар авторы, йырсы-шағир Мирсәйет Ҡылысовтың “Ярһып килгән яҙым” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль  кисәһе үтте. Күңелдәргә йәйғор нуры өҫтәгән был матур сарала Мирсәйет Вәкил улының яҡындары, дуҫтары, туғандары һәм дә ижади шәхестәр ҡатнашты.  Билдәле шағирҙарҙың, дәүләт эшмәкәрҙәренең, журналистарҙың хәтирәләре менән үрелеп барған кисәне Мирсәйет Ҡылысов менән Фәнүзә Бауаһетдинованың талантлы ҡыҙҙары Гөлйемеш менән Гөлгөнәнең  матур сығыштары биҙәне.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Ярһып килгән яҙҙар"ға сорналып..."Ярһып килгән яҙҙар"ға сорналып...
"Ярһып килгән яҙҙар"ға сорналып...

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала бик күп танылған йырҙар авторы, йырсы-шағир Мирсәйет Ҡылысовтың “Ярһып килгән яҙым” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль  кисәһе үтте. Күңелдәргә йәйғор нуры өҫтәгән был матур сарала Мирсәйет Вәкил улының яҡындары, дуҫтары, туғандары һәм дә ижади шәхестәр ҡатнашты.  Билдәле шағирҙарҙың, дәүләт эшмәкәрҙәренең, журналистарҙың хәтирәләре менән үрелеп барған кисәне Мирсәйет Ҡылысов менән Фәнүзә Бауаһетдинованың талантлы ҡыҙҙары Гөлйемеш менән Гөлгөнәнең  матур сығыштары биҙәне. Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Артур Туҡтағолов та дәртле йырҙары менән  кисәгә йәм, йән өҫтәне.

Моңсол күңелдәр, “Ярһып килгән яҙҙарға” сорналып, талпынды, ҡанатланды!  Йылайырҙың йырлы улына артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ, мәғәнәле, матур шиғырҙарығыҙға яңынан-яңы көйҙәр яҙылып, халыҡтың моң кәрәҙен тултырып торһон!

 

"Ярһып килгән яҙҙар"ға сорналып...
"Ярһып килгән яҙҙар"ға сорналып...
"Ярһып килгән яҙҙар"ға сорналып...
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас