

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары «Эшлекле абруй» федераль премияһына дәғүә итә ала. Ғаризаларҙы 30 апрелгә тиклем тапшырыу мөһим. Финал һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 3 июндә Екатеринбург ҡалаһында уҙғарыла.
Был конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Абруйлы проект үҙ эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән сағыу, уңышлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы асыҡлау һәм артабан да уларҙы еңеүҙәргә дәртләндереү маҡсатын ғәмәлгә ашыра.
Тәҡдим ителгән 14 номинацияның береһендә ҡатнашыр өсөн ғаризаны 21 йәше тулған, бизнес хужаһы йәки компанияла етәксе вазифа башҡарған, йәки шәхси практика алып барған эксперт ҡатын-ҡыҙ тапшыра ала. Ошо сайтта анкета тултырырға кәрәк. Сара коммерцияға ҡарамаған ойошмалар булышлығында уҙа, улар араһында «Йәш сәнәғәтселәр клубы» төбәк-ара союзы, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы, Урал сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
Премияның эксперт баһалама составына Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов ингән.
“Яңы ысынбарлыҡ шарттарында Рәсәйҙә гүзәл заттарҙың эшлекле әүҙемлеге арта. Номинациялар тормоштоң бөтә өлкәләренә лә ҡағыла – иҡтисад, мәҙәниәт, фән, спорт, финанс, төҙөлөш, медицина... Республикабыҙҙа Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтәтерлек уңған ҡатын-ҡыҙҙар араһында сағыу лидерҙар етерлек", – ти Александр Шельдяев.
Фото: pravitelstvorb.ru