-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Апреля 2023, 10:32

Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы ойоштороласаҡ

Башҡортостанда беренсе Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы уҙғарыласаҡ. Ул октябрҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы саралары сиктәрендә үтер, тип планлаштырыла, тип хәбәр итте республика Мәғариф министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге етәксеһе Алина Ғәлина Өфөлә «Юғарыға ос!» форумында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы ойоштороласаҡМәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы ойоштороласаҡ
Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы ойоштороласаҡ

Башҡортостанда беренсе Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы уҙғарыласаҡ. Ул октябрҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы саралары сиктәрендә үтер, тип планлаштырыла, тип хәбәр итте республика Мәғариф министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге етәксеһе Алина Ғәлина Өфөлә «Юғарыға ос!» форумында.

«Сифатлы мәктәпкәсә белем биреүҙе тәьмин итеү буйынса алдыбыҙға ҡуйылған бурыстар йәһәтенән был бик мөһим һәм көнүҙәк сара, – тип билдәләне спикер. – Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә форумдың әһәмиәте айырыуса ҙур. Республиканың мәктәпкәсә белем биреү системаһында тикшереү талап иткән мәсьәләләр күптән өлгөрөп еткән. Әйтәйек, һөнәри эшмәкәрлекте формалаштырыу буйынса эш, тәрбиәселәрҙең яңы белем биреү программаларына әҙерлеге, балалар баҡсалары педагогтарына ярҙам».

Тәрбиәселәргә яңы ярҙам сараларына килгәндә, Алина Ғәлина 2023 йылдың мартында республика етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы булдырылыуын иҫкә төшөрҙө.

Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта республиканың мәктәпкәсә белем биреү системаһында 19 506 педагогик хеҙмәткәр эшләй. Министрлыҡ педагогтарҙың профессиональ кимәлен күтәреү буйынса ҙур эш ойошторған. 2021-2022 уҡыу йылында 800-ҙән ашыу етәксе һәм педагог – ҡайтанан әҙерлек, 10 меңдән ашыу етәксе һәм педагог квалификация күтәреү курстарын үткән.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Юғарыға ос!» мәктәп мәғарифы форумы асылды.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас