+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Апреля 2023, 06:58

Эш табырға теләһәгеҙ

Башҡортостанда 14 апрелдә “Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты”  Бөтә Рәсәй хеҙмәт йәрминкәһенең төбәк этабы үтәсәк. Был турала “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республикабыҙҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эш табырға теләһәгеҙЭш табырға теләһәгеҙ
Эш табырға теләһәгеҙ

Башҡортостанда 14 апрелдә “Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты”  Бөтә Рәсәй хеҙмәт йәрминкәһенең төбәк этабы үтәсәк. Был турала “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республикабыҙҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.

Ҙур был сара Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәләүездә, Бөрөлә, Нефтекамала, Күмертауҙа, Белоретта, Учалыла, Сибайҙа, Салауатта, Ишембайҙа, Бәләбәйҙә Һәм Октябрьскийҙа уҙғарыла. Ленара Иванова быйыл йәрминкәнең тәү тапҡыр бөтә илдә бер үк ваҡытта башланыуын билдәләне. Башҡортостанда ул йыл һайын уҙғарыла торған “PROFФЕСТ” төбәк фестивале менән тура килә.

“Беҙҙең маҡсат – халыҡҡа тиҙ эш табышыу ғына түгел, мәктәп уҡыусыларына, вуз студенттарына киләсәк карьераларын планлаштырыуҙа булышлыҡ итеү ҙә. Бында килеүсе ҡунаҡтарҙы мәшғүллек үҙәктәре консультанттары ла көтә. Улар эш табырға теләүселәргә, тормош хәлдәрен иҫәпкә алып, ҡулай һөнәр һайларға булышлыҡ итәсәк”, – тине Ленара Иванова.

 Йәрминкәнең 13 майҙанында Башҡортостандың 260-тан ашыу предприятиеһы ҡатнаша, улар 5700-ҙән артыҡ вакансия тәҡдим итәсәк. Йәрминкә 11.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем эшләй (Өфөлә – 10.00 сәғәттән). Республикабыҙ баш ҡалаһында сара “Торатау” конгресс-холында уҙасаҡ.

“Рәсәйҙә эш”  йәрминкәһенең икенсе этабын 23 июндә Өфөлә, “Арт-квадрат”та үткәреү планлаштырыла.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:
Читайте нас