-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Апреля 2023, 12:22

Вейптарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итергә уйлайҙар

Дәүләт Думаһы 11 апрелдә бәлиғ булмағандарға вейптарҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон ҡабул итергә әҙерләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вейптарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итергә уйлайҙарВейптарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итергә уйлайҙар
Вейптарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итергә уйлайҙар

Дәүләт Думаһы 11 апрелдә үк бәлиғ булмағандар өсөн вейптарҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон ҡабул итеүе ихтимал, тип хәбәр итте парламент рәйесе Вячеслав Володин 5 апрелдә пленар ултырышта.

«Беҙ ашығыс тәртиптә бәлиғ булмағандарға вейптарҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон әҙерләйбеҙ. Реклама, магазин кәштәләренә ҡуйыу тыйыла», — тине түбәнге палата спикеры.

Ул Дәүләт Думаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Жуковҡа, вице-спикер Петр Толстойға профилле комитеттарҙағы коллегалары менән бергә ошо эштең графигын төҙөргә, шулай уҡ закон проектын әҙерләргә ҡушты.

«Был норманы ҡабул иткәндән һуң беҙ һалым ҡануниәтенә вейптарға акциздарҙы күп тапҡырға арттырыу тураһында үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итергә уйлайбыҙ», — тине Володин.

После принятия этой нормы мы инициируем внесение изменений в налоговое законодательство о многократном увеличении акцизов на вейпы», — сказал Володин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-05/gosduma-planiruet-11-aprelya-prinyat-zakon-o-polnom-zaprete-veypov-dlya-nesovershennoletnih-3206190

Автор:
Читайте нас