

26-28 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе ойошторола.
Сара майҙандары үҙ эсенә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананы, Башҡорт дәүләт педагогия университетын, шулай уҡ нәшриәттәрҙе һәм китап магазиндарын ала.
Төп йәрминкә Өфөнөң Совет майҙанында асыла. Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина билдәләүенсә, өс көн буйы китап һатыу, оҫталыҡ дәрестәре, авторҙар менән осрашыуҙар ойошторола, шиғыр һөйләүселәр конкурсы була, иң яҡшы әҫәрҙәр буйынса моноспектаклдәр күрһәтелә.
Сараның маҡсаты булып уҡыуҙы популярлаштырыу, яңы китаптар хаҡында белдереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү тора. Йәрминкә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уҙғарыла. Ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Сауҙа министрлығы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы.