+2 °С
Ясно


Йәйге ялды алдан планлаштырыу хәйерле. Сочиға авиарейстарҙың артыуы был йәһәттән – яҡшы яңылыҡ.
28 апрелдән NordStar авиакомпанияһы «Өфө» аэропортынан Сочиға рейс аса. 180 пассажирға иҫәпләнгән Boeing 737-800 самолеттары аҙнаһына бер тапҡыр, йома көндәредә, оса. Юлғы киткән ваҡыт - 3 сәғәт 10 минут.
Өфөнән Сочиға «Аэрофлот», «Победа», Smartavia и Nordwind Airlines авиакомпаниялары осоштар башҡарыуын дауам итә. Яҙғы осорҙа Башҡортостандың баш ҡалаһынан Ҡара диңгеҙ буйындағы курортҡа аҙнаһына 17 рейс асыла.