+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Апреля 2023, 05:07

Пенсионерҙар Белоруссияға, Абхазияға ялға бара аласаҡ

Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" проекты географияһын киңәйтергә һәм пенсионерҙарға республиканан ситтә лә сәйәхәт итеү мөмкинлеген булдырырға ҡарар итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пенсионерҙар Белоруссияға, Абхазияға ялға бара аласаҡПенсионерҙар Белоруссияға, Абхазияға ялға бара аласаҡ
Пенсионерҙар Белоруссияға, Абхазияға ялға бара аласаҡ

2020 йылдан республикабыҙҙа “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә өлкән йәштәге 14 меңдән ашыу кеше программала ҡатнашып, Башҡортостаныбыҙҙың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт ҡылды. Быйыл проектта 20 мең кеше ҡатнашыр, тип күҙаллана.

Бөгөнгө көндә туроператорҙар республика буйлап 53 тур тәҡдим итә. Турҙар программаһына Башҡортостандағы туристик объекттар буйлап бер көнлөк сәфәр һәм иҫтәлекле ваҡиғаларҙа булыу инә.

Быйыл иһә Башҡортостан Хөкүмәте проект географияһын киңәйтергә һәм пенсионерҙарға республиканан ситтә лә сәйәхәт итеү мөмкинлеген булдырырға ҡарар итте.

 – Өлкән йәштәгеләр өсөн Башҡортостандан Белоруссияға сәфәрҙәр ойоштороуҙы күҙҙә тотҡан “Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты әле үк ғәмәлгә атҡарыуға әҙер. Был проектты тормошҡа ашырғанда туроператорҙарҙың сығымдарын өлөшләтә республика бюджетынан бер кешегә 15 мең һум иҫәбенән субсидиялау планлаштырыла. Проект операторы итеп Башҡортостан Республикаһы Туризмды үҫтереү үҙәге тәғәйенләнде. Быйыл мартта Өфө менән Минск араһында тура авиабәйләнеш асылыуы был сәфәрҙәргә ихтыяжды арттырасаҡ, – тине Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

 – Бындай проектты Абхазия менән дә тормошҡа ашырырға кәрәк, тип иҫәпләйем, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров. Ул популяр проекттың туризм тармағы һәм партнерлыҡ бәйләнешенең үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясағын билдәләне.

Үзбәкстанға һәм Иранға турҙар иһә – экскурсия ялын яратыусылар өсөн, тип баһалай эксперттар. Ундай турҙарҙың маҡсаты – Көнсығыштың уникаль мәҙәни, аш-һыу традициялары, архитектураһы менән таныштырыу. Әле республикабыҙҙың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы был йүнәлештәр буйынса ла туристар ағымын арттырыу эшен алып бара.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас