-2 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
5 Апрель 2023, 03:40

54 ауыл дәғүә итә

«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының йомғаҡлау өлөшө - төрлө райондарҙан ҡатнашыусыларҙың презентацияларын асыҡ яҡлауы башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
54 ауыл дәғүә итә54 ауыл дәғүә итә
54 ауыл дәғүә итә

«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының йомғаҡлау өлөшө - төрлө райондарҙан ҡатнашыусыларҙың презентацияларын асыҡ яҡлауы башланды.

Дүрт көн дауамында, 7 апрелгә тиклем, профилле министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәренән торған эксперт комиссияһы бәйгеселәрҙең проекттарын баһалай.

«Айыҡ ауыл» исеменә 54 ауыл дәғүә итә. Конкуртың муниципаль этабына 1120 ауылдан заявка бирелгәйне.

Сараны асып, конкурстың координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны, презентация материалдарын яҡлау регламенты менән таныштырҙы.

"Айыҡ ауыл" конкурсы  проекты эскелеккә ҡаршы ҙур пропаганда алып бара, ауыл һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индерә, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Айыҡ ауыл-2022" конкурсының эксперт комиссияһы ағзаһы Рузалиә Хисмәтуллина.

«Айыҡ ауыл»дың социаль әһәмиәтен республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, бәйгенең һәр сараһы ныҡлы ғаиләгә һәм сәләмәт ауыл йәмғиәтенә йүнәлеш тота, бөтә йәштәге һәм социаль ҡатламдарҙы йәлеп иткән бындай саралар дауам итергә тейеш, тигән фекер әйтте.

Республикала «Айыҡ ауыл» конкурсы 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән яңынан тергеҙелде.

Проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары нигеҙенә ижтимағи йәһәтән мөһим программаларҙы ғәмәлләштереү сығымдары иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Приз фонды республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2020 йылда 40 миллион һумға тиклем күтәрелде.  Алты миллион күләмендәге иң ҙур приз «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңгән ауылға тапшырыла. «Ҙур тораҡ пункттар»; «Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар»; «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинациялары еңеүселәренә 5, 4 һәм 3 миллион һум бирелә.

54 ауыл дәғүә итә
54 ауыл дәғүә итә
54 ауыл дәғүә итә
54 ауыл дәғүә итә
54 ауыл дәғүә итә
Автор:
Читайте нас