+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Апреля 2023, 07:56

Табиптар райондарға юлланды

 Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханананың күсмә медицина комплексы райондарға юлланды. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уның апрель айындағы эш графигы менән таныштырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Табиптар райондарға юлландыТабиптар райондарға юлланды
Табиптар райондарға юлланды

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханананың күсмә медицина комплексы райондарға юлланды. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уның апрель айындағы эш графигы менән таныштырҙы. 4 апрелдән 6 апрелгә тиклем медицина комплексы Балтас районында эшләйәсәк. Пульмонолог, невролог, уролог, ангиохирург һәм нефрологтан торған бригада Балтас халҡына консультация ярҙамы күрһәтәсәк.

5 апрелдә күсмә комплекс Борай районында буласаҡ. Пациенттар уролог, гастроэнтеролог һәм ревматологҡа күренә ала. Ә 25 апрелдән 27 апрелгә тиклем Яңауылда йәшәүселәр уролог, ангиохирург, невролог һәм гинеколог консультацияһын алырға мөмкин.

Күсмә комплексҡа барлыҡ кәрәкле йыһаздар һәм медицина ҡорамалдары ҡуйылған. Белгестәр тиҙ арала лаборатор тикшереүҙәр үткәрә, ҡорамалдар ярҙамында диагноз ҡуя ала. Килеүселәр шулай уҡ ЭКГ, ультратауыш тикшереүе үтергә, күреү һәм ишетеү һәләтен тикшертергә мөмкин.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас