0 °С
Облачно


Республика биләмәләрендә экологик өмәләр бара.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урамдарҙы, ихаталарҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәре 30 апрелгә тиклем дауам итә. Унда Башҡортостандың барлыҡ 63 муниципалитеты ҡатнаша.
29 апрель һәм 13 май «Йәшел Башҡортостан» акцияһын уҙғарыу көндәре тип иғлан ителгән. Акция барышында ҡалаларҙа 48 тематик аллея булдырыу, 24 мең ағас ултыртыу күҙаллана.