+9 °С
Облачно


Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Күгәрсен районында теркәлгән.
Башҡортостан республикаһының ЮХХДИ идаралығынан белдереүҙәренсә, Күгәрсен районының Йомағужа ауылында билдәһеҙ водитель 53 йәшлек ҡатынды бәрҙергән һәм ваҡиға урынынан ҡасҡан. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән вафат булған.
Асыҡланыуынса, ауылдашын "Шевроле Нива" машинаһында 52 йәшлек ир тапатҡан. Тикшереү һөҙөмтәһе уның ҡанында 1.255 промилле алкоголь күрһәткән.
Әле ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай, авария буйынса тикшереү бара.