+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Апреля 2023, 03:15

“Ағиҙел” ҡыҙҙары - чемпион!

Башҡортостандың “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы, кисә «Динамо-Нева» уйынсыларын еңеп, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы Кубогын яуланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ағиҙел” ҡыҙҙары - чемпион!“Ағиҙел” ҡыҙҙары - чемпион!
“Ағиҙел” ҡыҙҙары - чемпион!

Башҡортостандың “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы, кисә «Динамо-Нева» уйынсыларын еңеп, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы Кубогын яуланы.

Был ҡыуаныслы ваҡиға тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә:

“Беҙҙең “Ағиҙел” – Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында дүрт тапҡыр кубок отоусы, был Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар хоккейында төп награда. 

Өфө ҡыҙҙарының лайыҡлы уңышы менән ғорурланабыҙ.

Ҡыҙҙарға матур хоккей өсөн рәхмәт! Был миҙгелдең финал матчы Өфөлә үтте һәм сағыу, хис-тойғоларға бай булды.

“Динамо-Нева” командаһы матчында беҙҙең хоккейсылар 3:2 иҫәбе менән еңде.

Команданы һәм бөтә республика көйәрмәндәрен еңеү менән ҡотлайым!” –  тип яҙҙы.

Еңеү шайбаларын Илона Маркова, Ксения Тюрина һәм Елизавета Роднова индергән. 

Автор:
Читайте нас