

4 майҙа Рәсәйҙә «Ярлыҡау» хәрби драмаһы прокатҡа сыға. Фильм Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән. Премьера Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Ҡазанда күрһәтелә, тигәндәр Мостай Кәрим исемендәге фондтың матбуғат хеҙмәтенән.
Сюжет үҙәгендә — 20 йәшлек сержант-танкист Любомир Зухтың тарихы, ул яҙмыш ҡушыуы буйынса төпкөл ауылға килеп эләккән испан коммунистарының ҡыҙы Мария-Терезаға ғашиҡ. Ҡыҙ ҙа уны ярата. Частә «отбой» командаһы яңғырағас та, сержант һөйгәне янына ашыға. Ләкин ул һуғыш осоро ҡануны буйынса енәйәт ҡылғанын аңламай, ә бының өсөн юғары яза бирелергә тейеш.
Режиссер Айнур Асҡаров һүҙҙәренсә, «фильмдың төп ваҡиғаһы — йәш һалдат Любомир Зухтың дезертирлығы. Драматургия контрапунктта төҙөлә. Бер яҡтан — мөхәббәткә сарсау, икенсенән — һуғыш. Беҙ һуғыштағы йәшлек, хис-тойғолар һәм бурыс, өлкәнәйеү, әхлаҡ һәм закон бәрелеше хаҡында бәйән итәбеҙ».
Фильмдың продюсерҙары – Мостай Кәримдең повесы буйынса «Һеңлекәш» блокбастерын төшөргән Тимербулат Кәримов, Михаил Курбатов һәм Дмитрий Фикс.
Картинаның режиссеры – Айнур Асҡаров («Өс таған», «Буран», «Өфөнән һөйөү менән»). Фильмдың сценарий авторы – Айҙар Аҡманов («Һеңлекәш», «Өс таған»).
Дистрибьютор булып «Наше кино» компанияһы сығыш яһай.