+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Марта 2023, 05:38

Картуф һәм йәшелсә етештереүселәргә субсидия ставкалары раҫланды

Мәҫәлән, картуф сәселгән майҙандың һәр гектарына – 15 мең һум.

Добавить в предпочтительные источники Google
Картуф һәм йәшелсә етештереүселәргә субсидия ставкалары раҫландыКартуф һәм йәшелсә етештереүселәргә субсидия ставкалары раҫланды
Картуф һәм йәшелсә етештереүселәргә субсидия ставкалары раҫланды

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 4 октябрендәге «Башҡортостан Республикаһы бюджетынан картуф һәм йәшелсә етештереүҙе арттырыуға этәргес биреү өсөн субсидия бүлеү тәртибен раҫлау тураһында» 626-сы ҡарарын тормошҡа ашырыу тураһында»ғы бойороғо республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документ менән республика бюджетынан картуф һәм йәшелсә үҫтереүгә бүленә торған субсидия ставкалары раҫланған. Мәҫәлән, картуф сәселгән майҙандың һәр гектарына – 15 мең һум, асыҡ тупраҡтағы йәшелсәнекенә 17 мең һум бүленә. Ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүгә киткән сығымдарҙың өлөшөн ҡаплау – бер тонна өсөн 3 мең һум.

Шулай уҡ субсидия алыу өсөн ғариза формаһы һәм кәрәкле документ өлгөләре бирелгән.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-03-30/v-bashkirii-utverzhdeny-stavki-subsidiy-proizvoditelyam-kartofelya-i-ovoschey-3197706

Автор:
Читайте нас