+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Марта 2023, 05:42

Балалар туризмын үҫтереү – иғтибар үҙәгендә

2023 йылда Башҡортостанға балалар туризмын үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 188,7 миллион һум аҡса бүленә, республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 75,5 миллион һум йүнәлтелә, был иһә 37 743 уҡыусы өсөн турҙар ойошторорға мөмкинлек бирер, тип көтөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар туризмын үҫтереү – иғтибар үҙәгендәБалалар туризмын үҫтереү – иғтибар үҙәгендә
Балалар туризмын үҫтереү – иғтибар үҙәгендә

2023 йылда Башҡортостанға балалар туризмын үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 188,7 миллион һум аҡса бүленә, республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 75,5 миллион һум йүнәлтелә, был иһә 37 743 уҡыусы өсөн турҙар ойошторорға мөмкинлек бирер, тип көтөлә.

2022 йылдан республика «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә «Социаль өлкәлә дәүләт (муниципаль) хеҙмәттәр күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) социаль заказы тураһында» федераль законды ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр республика мәктәп туризмы программаһын бойомға ашырыусы 18 пилот төбәк иҫәбенә инде. Проект ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, балаларҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың юғары баһаһын алды. 2023 йылда республикабыҙҙа программала ҡатнашыусылар өс тапҡырҙан ашыуға арттырылды, улар өсөн яңы ҡыҙыҡлы маршруттар һәм экскурсиялар әҙерләнде.

Сығанаҡ:«Башинформ».

Автор:
Читайте нас