+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Марта 2023, 10:43

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының пенсияһына өҫтәп аҡса бирелә

Рәсәй Президенты указына ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына 10-ар мең һум аҡса бирелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының пенсияһына өҫтәп аҡса биреләБөйөк Ватан һуғышы ветерандарының пенсияһына өҫтәп аҡса бирелә
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының пенсияһына өҫтәп аҡса бирелә

Рәсәй Президенты указына ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына 10-ар мең һум аҡса бирелә. Был хаҡта «Сәләм» тапшырыуы эфирында Рәсәй Федерацияһы Социаль фондының республика буйынса бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Вәхитов белдерҙе.  

Эфир ҡунағы әйтеүенсә, аҡса апрель пенсияһы менән бергә таратыла. 2023 йылда республикала уны 182 ветеран, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 63 кеше алырға тейеш. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй.

«Пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе 3 апрелдә тарата башлайҙар. Почта элемтәһе ойошмалары аша алғандарға раҫланған графикка ярашлы бирелә. Кредит ойошмаларына һәм банктарға аҡса 12 апрелдә, шулай уҡ Ураҙа байрамына бәйле ваҡытынан алда, 20 апрелдә күсерелә», — тип билдәләнеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-31/veterany-velikoy-otechestvennoy-voyny-v-bashkirii-poluchat-10-tysyach-rubley-k-pensii-3199133

Автор:
Читайте нас