+9 °С
Болотло


Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә Кушнарен районында үлән яныуы теркәлгән.
Былтырғы ҡыу үлән Илмырҙа күле буйында 2 гектар майҙанда янып киткән. Янғын һүндереүселәр урындағы халыҡ ярҙамында утты тиҙ арала һүндерә алған.
Әле ғәҙәттән тыш ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.