

Башҡортостан Башлығының Указы менән Урал Искәндәров республиканың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Урал Салауат улы Искәндәров 1966 йылдың 10 декабрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Кубань дәүләт аграр университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда «Волгоэлектросетьстрой» тресының Өфө участкаһында монтажсы булып башлай. Эре панелле йорттар төҙөү тресының 2-се төҙөлөш идаралығы слесары, БАССР Дәүләт арбитражының хужалыҡ мөдире, Башҡортостан Республикаһы Арбитраж судында әйҙәүсе белгес, аҙаҡ судья, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы булып эшләй.