Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге яҙғы өмә 31 мартта ойошторола. Мэрияла бөтә предприятиеларҙы, ойошмаларҙы һәм учреждениеларҙы "санитар йома"ла ҡатнашырға һәм тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙартырға саҡыралар. Ә өфөләр үҙҙәренең ихаталарын һәм йорт янындағы майҙандарҙы тәртипкә килтерергә мөмкин.
"Күптәр уҙған аҙнала уҡ үҙҙәре эшләгән һәм йәшәгән биләмәләрҙе йыйыштыра башлаһалар ҙа, был "санитар йома" күләмлерәк булырға вәғәҙәләй. Айырыуса сүп-сарҙан таҙартыуға һәм ҡар өйөмдәрен таратыуға иғтибар биреләсәк.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар көн һайын Өфө урамдарын һәм ихаталарын таҙарта. Ләкин күмәк көс менән генә ҡаланы йәмлерәк һәм йәшәү өсөн уңайлыраҡ итергә мөмкин", – тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтендә.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото Өфө хакимиәте сайтынан.