+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Марта 2023, 11:06

Радий Хәбиров хөкүмәттең һәм муниципалитеттарҙың эшен баһалаған критерийҙы әйтте

Махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү, унда ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү бөтә кимәлдәрҙәге власть өсөн мөһим бурыс булып ҡала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров хөкүмәттең һәм муниципалитеттарҙың эшен баһалаған критерийҙы әйттеРадий Хәбиров хөкүмәттең һәм муниципалитеттарҙың эшен баһалаған критерийҙы әйтте
Радий Хәбиров хөкүмәттең һәм муниципалитеттарҙың эшен баһалаған критерийҙы әйтте

Махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү, унда ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү бөтә кимәлдәрҙәге власть өсөн мөһим бурыс булып ҡала.

"Республикала өс ирекле батальон ойошторолдо, улар бөгөн хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй. Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән даими бәйләнештәбеҙ. Бер нисә көндән меңгә яҡын яугир ғаиләләре янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтырға тейеш. Алғы һыҙыҡтағы егеттәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, айырыуса һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ", – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы ултырышындағы сығышында. Бөгөн ултырышта республика Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса отчет тыңланыуын билдәләп үтәбеҙ.

Хөкүмәт ағзаларының, хакимиәт башлыҡтарының, депутаттарҙың эшен тап уларҙың махсус хәрби операцияға бәйле бурыстарҙы ни тиклем һөҙөмтәле хәл итеү кимәленә ҡарап баһалармын, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас