

Республикала 2023 йылдың ике айында 34 кеше хәмер ҡорбаны булған.
Был мәғлүмәт Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы токсикологик мониторинг һөҙөмтәләренән билдәле булды.
Отчетта күрһәтелгәнсә, тәүге ике айҙа республиканың 35 районында һәм ҡалаһында: Стәрлетамаҡта (76), Өфөлә (50), Нефтекамала (13), Белоретта (22), Октябрьскийҙа (6), Дүртөйлөлә, Туймазыла (2-шәр), Ағиҙелдә, Бәләбәйҙә, Ишембайҙа, Күмертауҙа (1-шәр), Стәрлетамаҡ (8), Өфө (7), Белорет (4), Иглин, Туймазы (3-әр), Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле (2-шәр), Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Нуриман, Салават, Учалы, Яңауыл райондарында (1-шәр) хәмер менән ағыуланыу осраҡтары теркәлгән. Һөҙөмтәлә 34 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Бынан тыш, ғинуар-февралдә республикала 45 кеше наркотик матдәләр менән ағыуланған, 22 осраҡ үлем менән тамамланған. Бындай хәлдәр Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Белоретта, Салауатта, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Туймазы райондарында теркәлгән.
Республикала 53 кеше углерод оксиды ҡорбаны булған (еҫ тейеү осраҡтары), уларҙың 34-е үлгән. Ғәҙәттә, бындай фажиғәләргә мунсала һәм шәхси йортта мейесте файҙаланыу ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау сәбәпсе.
Углерод оксиды менән ағыуланыу Өфө (7), Октябрьский (5), Стәрлетамаҡ (3), Ишембай (2), Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Күмертау, Туймазы (1-шәр), Иглин, Миәкә (4-әр), Дыуан, Дүртөйлө (3-әр), Ишембай, Кушнаренко, Краснокама, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ (2-шәр), Ауырғазы, Бөрө, Бөрйән, Ғафури, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондарында (1-шәр) теркәлгән.