

2023 йылдың 1 апреленән 31 октябренә тиклем республикабыҙҙа социаль ярҙам сараларына хоҡуғы булған айырым категория граждандарға электричкаға билет хаҡының 50 проценты күләмендә төбәк льготаһы бирелә. Был турала Башҡортостан ҡала яны пассажир транспорты компанияһы хәбәр итә.
Был льготаға йәше буйынса хаҡлы ялға сыҡҡан кешеләр, хеҙмәт ветерандары, тыл эшсәндәре, хәрби хеҙмәт ветерандары һәм башҡалар эйә.
Билет алған саҡта үҙең менән шәхесте раҫлаусы документ (паспорт), льготалы статусты раҫлаусы таныҡлыҡ булыуы мөһим, тип билдәләнә компания сайтындағы мәғлүмәттә.
Фото Башҡортостан ҡала яны пассажир транспорты компанияһы сайтынан.