+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Марта 2023, 05:18

Башҡортостан табиптарына – маҡтаулы исемдәр

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында донъя күргән документтарға ярашлы, Рәсәй Президентының 2023 йылдың 27 мартындағы указы менән Башҡортостандан ике табипҡа маҡтаулы исемдәр бирелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан табиптарына – маҡтаулы исемдәрБашҡортостан табиптарына – маҡтаулы исемдәр
Башҡортостан табиптарына – маҡтаулы исемдәр

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында донъя күргән документтарға ярашлы, Рәсәй Президентының 2023 йылдың 27 мартындағы указы менән Башҡортостандан ике табипҡа маҡтаулы исемдәр бирелгән.

“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы” исеменә Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Сергей Аверьянов лайыҡ булған. “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исеме Өфө ҡалаһының Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһы баш табибы Ирина Камаловаға бирелгән.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас