+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Марта 2023, 03:10

Авария ҡорбаны, халыҡ артисы Фәим Әхмәтйәновтың хәтер кисәһе була

Стәрлетамаҡта ҡурҡыныс юл фажиғәһендә һәләк булған актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәим Әхмәтйәновтың хәтер кисәһе ойошторола.

Добавить в предпочтительные источники Google
Авария ҡорбаны, халыҡ артисы Фәим Әхмәтйәновтың хәтер кисәһе булаАвария ҡорбаны, халыҡ артисы Фәим Әхмәтйәновтың хәтер кисәһе була
Авария ҡорбаны, халыҡ артисы Фәим Әхмәтйәновтың хәтер кисәһе була

Ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәим Әхмәтйәновтың хәтер кисәһе ойошторола.

2022 йылдың 29 мартында Белорет районында йөк машинаһы менән бәрелешкән еңел автомобиль водителенең һәм пассажирҙың иҫән ҡалыу мөмкинлеге булмаған.

31 мартта Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәим Абдулғәни улы һәм уның хәләл ефете Хөснә Рафиҡ ҡыҙы Әхмәтйәновтарҙың «Һауаларҙа оса ике аҡҡош, Йыраҡтарға китә моңдары...» тигән хәтер кисәһе үткәрелә.

Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сарала танылған мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре, коллегалары, дуҫтары, «Карауанһарай» төркөмө, популяр артистар Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры, Бейеү театры коллективтары ҡатнаша.

Ҙур экранда Фәим Әхмәтйәнов ҡатнашлығындағы спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеү, башҡорт халыҡ йырҙары, бейеүҙәр, инструменталь композициялар башҡарыу күҙаллана.

Автор:
Читайте нас