+12 °С
Облачно


Салауат ҡалаһының авария-ҡотҡарыу отрядынан хәбәр итеүҙәренсә, Ағиҙел боҙҙан асылған.
Быйыл ташҡын иртә башланған. Хатта һауа торошона ҡарап фараз иткән синоптиктар ҙа был ваҡиғаны тоғро прогнозлай алмаған. Билдәле булыуынса, Башгидромет етәксеһе, быйыл йылғалар 8-10 көнгә иртәрәк асыла, йәғни ул апрелдең тәүге көндәренә тап килә, тип хәбәр иткәйне.