

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлектә генә телефон аша мутлашыуҙарға ҡағылышлы 15 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Дәүләкән районынан 52 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кешенән шылтыратыу була. Ул үҙҙәрен банктың әйҙәүсе белгесе тип таныштыра һәм енәйәтселәрҙең ҡатындың исеменә кредит алырға маташыуын, иҫәптәрҙе тиҙ арала һаҡларға кәрәклеген хәбәр итә. Мутлашыусы ҡорбаны менән даими бәйләнештә була һым уны бер миллион һумлыҡ кредит алырға күндергән. Бер сәғәттән һуң зыян күреүсегә, үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип танытҡан тағы бер кеше шылтырата һәм аҡсаны үҙе әйткән банк иҫәбенә күсерергә күндерә.
Тәтешле районынан 42 йәшлек ҡатын, кер йыуыу машинаһын һатып алырға теләп, социаль селтәр аша тауар тәҡдим итеүсе ойошма менән бәйләнешкә инә. Ҡатынды 100 процентлыҡ түләү индерергә кәрәклегенә ышандыралар. Ул «һатыусы» картаһына 5000 һум күсерә, ләкин кер йыуыу машинаһын алып килмәйҙәр. "Һатыусы" бүтән бәйләнешкә сыҡмай.
Өфөлә йәшәүсе 85 йәшлек ҡатын да ауыр хәлдә ҡалған. Пенсионерға билдәһеҙ ир шылтыратҡан һәм уны ейәнсәренең юл-транспорт ваҡиғаһына осрауына ышандырған. Артабан шылтыратыусы аварияның уның ғәйебе буйынса булыуын һәм, моғайын, енәйәт эше ҡуҙғатылыуын, ләкин аҡса өсөн яуаплылыҡтан ҡотолорға мөмкин, тип һөйләгән. Пенсионер ризалашҡан һәм курьерға 100 мең һум самаһы аҡса биргән. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ейәненә бер ни ҙә янамаған, һәм ул бер ниндәй юл фажиғәһендә лә булмаған.
«Халыҡтан интернетта таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда уяу булыуҙарын һорайбыҙ. Банк реквизиттарығыҙҙы бер ҡасан да атамағыҙ, таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Ғәйепһеҙ һылтанмалар һәм тикшерелмәгән сайттар буйынса күсмәгеҙ. Шылтыратыу йәнәһе банк хеҙмәткәренән килгән осраҡта, трубканы һалығыҙ. Мутлашыусыларҙың ялған номерҙар менән ҡуллана алыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алғанда, улар менән шәхси номерығыҙ буйынса бәйләнешкә инегеҙ», - тип иҫкәртәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.