+12 °С
Облачно


Үткән шәмбелә Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында торлаҡ йортта газ шартлап өй тулыһынса емерелгән.
Йорт хужалары - 43 йәшлек ир менән 37 йәшлек ҡатындың тәне бешкән. Зыян күреүселәр дауаханаға оҙатылған. Балалары был ваҡытта өләсәһендә булған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишселәре шартлау сәбәптәрен асыҡлай.