-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Март 2023, 08:25

Аттар ғәйепле

Әбйәлил районында бер кистә ике авария теркәлгән.

Аттар ғәйепле
Аттар ғәйепле

Әбйәлил районында бер кистә ике авария теркәлгән.

Ике осраҡта ла юлға сыҡҡан аттар ғәйепле.

Йәлембәт ауылы эргәһендә Яҡтыгүл яғынан Таштимер йүнәлешендә китеп барған “Лада гранта” ҡапыл килеп сыҡҡан атҡа бәрелгән, машина ҙур зыян күргән, водитель йәрәхәтләнмәгән.

Икенсе авария Асҡар – Әлмөхәмәт юлында теркәлгән. Айғырбатҡан ауылы эргәһендә “Рено Сандеро” атҡа төкөгән, машина зыян күргән, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Көндәр йылыу менән юлға сыҡҡан аттар ҙур хәүеф тыуҙыра. Шуға юлдарҙа абай булығыҙ, тиҙлек режимын күҙәтегеҙ!

Автор:
Читайте нас: