+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Март 2023, 08:10

Ғәскәр имамы Рамаҙан айы менән тәбрик итә

Бисмилләһир рәхмәнир рәхим! Әс сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ! Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, һеҙҙе килеп еткән изге Рамаҙан айы менән тәбрик итәм!

Ғәскәр имамы Рамаҙан айы менән тәбрик итә
Ғәскәр имамы Рамаҙан айы менән тәбрик итә

Бисмилләһир рәхмәнир рәхим!

Әс сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ!

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, һеҙҙе килеп еткән изге Рамаҙан айы менән тәбрик итәм!

Барығыҙғала АЛЛАҺы Тәғәлә һаулыҡ, иман байлығы һәм бәхет насип әйләһен. Амин.

Изге Ҡөръән-Кәримдең "Әл-баҡара" (Һыйыр) сүрәһе 183-сҽ аятында "Әй, һҽҙ иман килтҽргәндәр, һеҙгә Ураҙа фарыҙ булған һымаҡ, һеҙҙән алда йәшәгән халыҡтарға ла ул фарыҙ ҡылынғайны, бәлки, һеҙ, нәҡ һеҙ, Ураҙа тотоп, тәҡүәлеләрҙән (АЛЛАҺтан ҡурҡыусылар) булырһығыҙ", - тип мөрәжәғәт итә Бөйөк зат Раббыбыҙ.

Минең эргәлә  һөрөлгән баҫыу күренеп ята. Уны тиҙҙән эшкәртеп, тырматып иген сәсәсәктәр һәм көҙ көнө, әлбиттә, уңышын урып алырҙар. Мөхтәрәм йәмәғәт, беҙҙең тормошобыҙ ҙа ошо  баҫыуға оҡшағандыр. Беҙ ғүмер буйына һөрөп, эшкәртеп, сәсәсәкбеҙ. Ә орлоҡтары уның  Ислам диненең биш терәгелер:

1.Шәһәҙәд

2.Намаҙ.

3.Зәҡәт.

4.Ураҙа

5.Хаж.

Шулай уҡ гонаһтан тыйылыу, мосолман һәм халыҡ йолаларын үтәү, милли байрамдарҙы иңҡар итмәү, дини һәм фәнни ғилем алыу, туғанлыҡты нығытыу һәм башҡа халыҡтарҙың динен һәм ҡайһы бер ғөрөф-ғәҙәттәрен, байрамдарын хөрмәт итеү булыр.

Ә "ҡыйәмәт көнө" еткәс, беҙҙең ошо АЛЛАҺ ризалығы өсөн башҡарылған эштәребеҙ, көҙгө йыйып алынған уңыш кеүек булыр һәм Ғәмәл дәфтәребеҙгә алтын юлдар менән яҙылып, һәр беребеҙҙең уң яҡ ҡулына Ожмах асҡысы һымаҡ тапшырылыр. Амин.

Ватандаштарым, һҽҙгә мөрәжәғәт итәм!

 Ошо изгҽ айҙа ихлас күңелдән ғибәҙәт ҡылып, һуғыштарҙың тиҙерәк туҡтауын һәм һалдаттарҙың именлеген, өйҙәренә, ғаиләләренә ҡайтыуын теләп доғала булайыҡ. Амин.

АЛЛАҺУ ӘКБӘР.

Изге теләк үә ҡотлауҙар менән, Ғәскәр имамы ахун Хәмзә хәҙрәт.

Автор:
Читайте нас: