-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Марта 2023, 03:15

Фотоконкурс саҡыра

Фото төшөрөргә яратҡандар араһында иғлан ителгән Бөтә Рәсәй “Ағастар – тере тәбиғәт һәйкәлдәре” фотоконкурсына 1 ноябрҙә йомғаҡ яһала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фотоконкурс саҡыраФотоконкурс саҡыра
Фотоконкурс саҡыра

Фото төшөрөргә яратҡандар араһында иғлан ителгән Бөтә Рәсәй “Ағастар – тере тәбиғәт һәйкәлдәре” фотоконкурсына 1 ноябрҙә йомғаҡ яһала.

Конкурстың маҡсаты – тәбиғәт һәйкәле булған ағастарҙың тәүге матурлығын һынландырыу, киләсәк быуын вәкилдәре өсөн уларҙы һаҡлау, үҙенсәлекле, олпат ағастарға иғтибарҙы йәлеп итеү.

Конкурсҡа ебәрелгән фотоһүрәттәре баһалау өсөн комитет һәм башҡарма, закондар сығарыу власы вәкилдәре, урмансылар, экологтар, билдәле фотографтар, рәссамдар, йәмәғәт һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ингән жюри тупланған. 

Еңеүселәргә түбәндәге премиялар ҡаралған:

1-се урынға – 100 мең һум;

2-се урынға – 60 мең һум;

3-сө урынға – 30 мең һум.

Конкурста ҡатнашыу өсөн "Ағастар — тере тәбиғәт һәйкәлдәре" (www.rosdrevo.ru) программаһының "Фотоконкурс" бүлегенә инергә һәм фотоһүрәттәрҙе күсереү битендәге “Ҡатнашырға” тигән төймәгә баҫырға кәрәк. 

Сарала Рәсәйҙең ҡарт ағастар милли реестрына ингән һәм www.rosdrevo.ru сайтындағы исемлектә раҫланған ағастар фотоһүрәттәре генә ҡабул ителә. Сара 1 октябргә тиклем үткәрелә һәм һөҙөмтә 1 ноябрҙә www.rosdrevo.ru сайтында баҫыласаҡ.

Жюри иң яҡшы тип тапҡан фотоһүрәттәр “Рәсәйҙең уникаль ағастары” фотоальбомының икенсе томында баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас