+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Март 2023, 10:12

Балаларҙың теше ынйылай булһын өсөн

Республикабыҙ мәктәптәрендә былтыр 12 теш кабинеты эшләй башланы, быйыл тағы ла 30 кабинет асыу планлаштырыла. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин шулай тип хәбәр итте.

 – Бөгөнгө көндә республикала лицензиялы 214 мәктәп стоматология кабинеты иҫәпләнә. Уларҙың 80-е “Юғары ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә асылды. 2023 йылда был маҡсатта республика бюджетынан 36,1 миллион һум аҡса бүленде, – ти Айбулат Хажин.

Мәктәптәрҙә теш дауалау кабинеттарын булдырыу тураһындағы ҡарарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡабул итте. Ул балаларҙы ғына түгел, шулай уҡ педагогтарҙы дауалауҙы ла ойошторорға ҡушты.

Башҡортостан Волга буйы федераль округында мәктәп стоматологияһын үҫтереү буйынса алдынғыларҙан һанала. Мәктәптә теш дауалау кабинеттарын асыу айырыуса ауылдарҙа көнүҙәк әһәмиәткә эйә, был стоматология ярҙамын алыуҙы уңайлыраҡ итә.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: