+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Март 2023, 09:05

Ағиҙелдә – яңы етәксе

20 мартта социаль селтәрҙә Фәнис Ғилуанов Ағиҙел мэры посынан китеүе хаҡында белдергәйне. 

Ағиҙелдә – яңы етәксе
Ағиҙелдә – яңы етәксе

20 мартта социаль селтәрҙә Фәнис Ғилуанов Ағиҙел мэры посынан китеүе хаҡында белдергәйне. 

Ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын 33 йәшлек Денис Ирназаров башҡарасаҡ. 

Денис Ирназаров Сибайҙа тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын “милли иҡтисад” һәм “юриспруденция” белгеслектәре буйынса тамамлаған. Шулай уҡ Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында белем алған. 2019 йылдан Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй, эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм инвестициялар мәсьәләләре менән шөғөлләнә.  

Автор:
Читайте нас: