-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Марта 2023, 04:10

Халыҡ-ара күргәҙмә үҙ эшен башланы

Өфөләге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә “Агросәнәғәт-2023” форумы һәм уның сиктәрендә “АгроКомплекс-2023” 33-сө халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә старт алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ-ара күргәҙмә үҙ эшен башланыХалыҡ-ара күргәҙмә үҙ эшен башланы
Халыҡ-ара күргәҙмә үҙ эшен башланы

Өфөләге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә “Агросәнәғәт-2023” форумы һәм уның сиктәрендә “АгроКомплекс-2023” 33-сө халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә старт алды.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Ауыл хужалығы һәм Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары, Башҡортостан күргәҙмәләр комплексы тора. Быйыл күргәҙмәгә Рәсәйҙең 37 төбәгенән 340 экспонат ҡуйылған, шулай уҡ форумда Ҡытай, Беларусь Республикаһы, Ҡырғыҙстан, Көньяҡ Корея вәкилдәре ҡатнаша.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сараны асып, Башҡортостандың АПК-сы ҡаҙаныштарын билдәләп үтте. “Беҙҙә 95 миллиард һумдан ашыулыҡ 60 эре проект тормошҡа ашырыла. Машина-трактор паркы даими яңыртыла: былтыр ғына ла ауыл хужалыҡтары ихтыяжы өсөн өс мең берәмектән ашыу техника һатып алынды. Беҙ ит, һөт, бал етештереү күләме буйынса Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә, иген етештереүҙә Волга буйы округында тәүге өс төбәк иҫәбендә киләбеҙ”, - тине ул.

33-сө Халыҡ-ара “Агросәнәғәт-2023” күргәҙмәһе 17 600 квадрат метр майҙанда урынлашҡан. ВДНХ-Экспо бинаһы алдындағы 9 000 кв. мерт майҙанда 180 берәмек ауыл хужалығы технинкаһы ҡуйылған.

Автор:
Читайте нас